Йәштәр сәйәсәте
5 Сентябрь 2023, 07:50

Өфөлә VIII «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йыры фестивале уҙа

16 сентябрҙә Өфөлә «Арт-Квадрат» ҡала үҙәгендә VIII «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йыры фестивале ойошторола. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы яратҡан артистарҙың сығыштары, тематик зоналар һәм төрлө әүҙемлек көтә.

Өфөлә VIII «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йыры фестивале уҙаӨфөлә VIII «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йыры фестивале уҙа
Өфөлә VIII «Хәрби бейеклек» республика автор патриотик йыры фестивале уҙа

Күләмле проектта Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең һәм Башҡортостандың автор-башҡарыусылары, солистары һәм музыкаль төркөмдәре ҡатнаша. Фестивалдең махсус ҡунағы - «Смысловые Галлюцинации» төркөмө лидеры Сергей Бобунец. Сәхнәлә һуғыш һәм тыныслыҡ темаһына арналған хәрби-патриотик, Тыуған ил, армия, дуҫлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ тураһында йырҙар яңғырай.

Сара 16.00 сәғәттә башлана, ә концерт киске сәғәт 19.00 сәғәттә була (12+).

Проект йәш быуында Ватанға һөйөү, хәрби бурысҡа тоғролоҡ тәрбиәләүгә һәм Ватан Геройҙары тураһында халыҡ хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас