Йәштәр сәйәсәте
24 Август 2023, 17:24

"Йәштәр йыйыны"нда "Атайсал" платформаһында лекциялар үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов һәм "Юлдаш" радиоһының өлкән мөхәррире Илнур Рамазанов модераторҙар булып сығыш яһаған "Атайсал" платформаһында лекциялар "Йәштәр йыйыны-2023" форумында ҡатнашыусыларға оҡшаны. Сара Башҡортостандың Бөрйән районында үтә.

"Йәштәр йыйыны"нда "Атайсал" платформаһында лекциялар үтте"Йәштәр йыйыны"нда "Атайсал" платформаһында лекциялар үтте
"Йәштәр йыйыны"нда "Атайсал" платформаһында лекциялар үтте

Бында РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Мәскәүҙәге махсус хәбәрсеһе Гөлнара Абдурахманова, БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев, тарих фәндәре кандидаты Әхмәт Ярлыкапов, "Айыҡ ауыл" конкурсы координаторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны. "Беҙ башҡорттар" хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Альберт Исмаил шәжәрә төҙөү серҙәре менән бүлеште.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2023-08-24/na-molodezhnom-yyyyn-proshli-lektsii-na-platforme-ataysal-3403679 

Автор:Молодежная газета
Читайте нас