

- Студенттарым менән килдем. Студенттар советы эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индерергә, студенттарҙы ирекмәнлек эшмәкәрлегенә тығыҙыраҡ йәлеп итергә, бында яңы алымдар ҡулланырға ниәтләнәм. Белемемде камиллаштыра алырмын тип ышанам. Мин студент саҡтан уҡ йәмәғәт тормошо үҙәгендә булдым. Уңышҡа өлгәшеү өсөн инициативалы булырға, белемгә ынтылырға, үҫешергә кәрәк. Тап ошо осраҡта йәштәргә эш эҙләргә тура килмәйәсәк, эш уларҙы үҙе табасаҡ, - тине Нурзилә.
Бөрйән районында Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2023» йәштәр гражданлыҡ форумы үтә, унда Башҡортостандан, Волга буйы федераль округынан йәштәр, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Удмурт Республикаһында, Татарстан Республикаһында, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында белем алыусы Башҡортостан, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша. Форум палаткалы лагерь форматында үтә.
Эльнара Шәймәрҙәнова.