Йәштәр сәйәсәте
21 Август 2023, 09:40

Башҡортостандың өлкән класс уҡыусылары Волга буйы федераль округының «Гвардеец» хәрби-патриотик йыйындарында ҡатнашты

Республиканың йыйылма командаһына Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Өфө, Ағиҙел, Сибай, Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Салауат, Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Күгәрсен, Илеш, Дәүләкән, Ғафури, Иглин райондарынан егеттәр инде.

Башҡортостандың өлкән класс уҡыусылары Волга буйы федераль округының «Гвардеец» хәрби-патриотик йыйындарында ҡатнаштыБашҡортостандың өлкән класс уҡыусылары Волга буйы федераль округының «Гвардеец» хәрби-патриотик йыйындарында ҡатнашты
Башҡортостандың өлкән класс уҡыусылары Волга буйы федераль округының «Гвардеец» хәрби-патриотик йыйындарында ҡатнашты

Башҡортостан командаһы 19-24 июндә Рәсәй Федерацияһы Геройы М.В. Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркының "Авангард" уҡытыу-методик үҙәгендә үткән муниципаль саралар һәм төбәк этабы сиктәрендә һайлап алынды.

Быйыл йыйында Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 төбәгенән, Запорожье өлкәһенән һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан 320 өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Гвардеец» хәрби-патриотик йыйндары Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә үткәрелә. «Гвардеец» йыйынында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тулы хоҡуҡлы вәкилдән ҡул сәғәттәре һәм Рәсәй ДОСААФ-ынан сувенир продукцияһы алды. Сараны йыйыуҙы ябыу барышында гвардеецтар тантаналы рәүештә йәш армеецтар антын бирҙе һәм юнармия хәрәкәте сафына инде.

Роликта - сағыу мәлдәр, ҡарағыҙ!

Фото: Гвардеец ПФО/ВКонтакте

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас