Йәштәр сәйәсәте
7 Июль 2023, 12:44

Яҡташыбыҙ – Тыуған ил һағында

Салауат районы егете Рәмил махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул былтыр октябрҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә ебәрелә. Июндә яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. 

Яҡташыбыҙ – Тыуған ил һағындаЯҡташыбыҙ – Тыуған ил һағында
Яҡташыбыҙ – Тыуған ил һағында

– Һеңлемдең улына повестка килгәс, тәүҙә аптыраштыҡ. Шунан, кемдер Тыуған илде һаҡларға барырға тейештер ул, тип күндек. Отпускыһына ҡайтҡанында ла өйҙә торманы, яраланған иптәштәренең, һәләк булған яуҙаштарының ата-әсәләренең хәлен белешеп йөрөнө, – тип беҙгә хәбәр итте егеттең апаһы.

Рәмил Тажикстанда хәрби хеҙмәттә булған. Махсус хәрби операцияға саҡырылғанға тиклем Себерҙә эшләгән. Өлөшләтә мобилизация буйынса Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында әҙерлек үтеп, 2022 йылдың аҙағында хәрби операция биләмәһенә юллана. Яугирҙе отпускыһынан һуң ата-әсәһе, туғандары, 80 йәшлек өләсәһе изге фатихалары менән оҙатып ҡалған. Рәмилдең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас