Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
28 Апрель 2023, 17:08

«Патриот» паркы һәм «Авангард» үҙәге – хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим проект

Башҡортостандың Шишмә районындағы «Патриот» паркы һәм «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге – хәрби-патриотик тәрбиә биреү системаһында мөһим проект. Бындай үҙәктәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төбәктәрҙә ойошторола.

«Патриот» паркы һәм «Авангард» үҙәге – хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим проект
«Патриот» паркы һәм «Авангард» үҙәге – хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим проект

Бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә «Авангард»та республиканың 4 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм хәрби-патриотик клубтарының тәрбиәләнеүсеһе күнекмәләр үткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, алдағы йылдарҙа райондарҙа «Патриот» филиалдары асыла.

Әлеге ваҡытта паркта Рәсәй Мәғариф министрлығының федераль программаһы буйынса ашхананың яңы корпусын һәм торлаҡ модулдәрен төҙөү тамамлана. Киләсәктә бында ҙур спорт үҙәге һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү өсөн майҙансыҡ асыу, ә хәрби техника музейын Волга буйы федераль округында иң ҙурҙарҙың береһе итеү ҡарала.

26 апрелдә «Патриот» паркында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм илдең оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов булды.

Автор:
Читайте нас: