Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
5 Март 2023, 19:52

Башҡортостанда “Ватан” отряды яугирҙәр йыя

"ВАТАН" отряды командиры Самурай 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе уның отрядына инергә саҡыра. Бының хаҡта Илгиз “Өршәк” Солтанморатов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Башҡортостанда “Ватан” отряды яугирҙәр йыя
Башҡортостанда “Ватан” отряды яугирҙәр йыя

“Башҡортостандан үҙ ирке менән Тыуған илен яҡларға теләгән егеттәребеҙгә, шулай уҡ хәҙер әрмелә хеҙмәтен тултырып дембелгә ҡайтырға йөрөүселәргә мөрәжәғәт итәм. Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа ирекле хәрәкәт яңы һулыш алды. Дүшәмбенән Башҡортостандан Даян Мурзин һәм “Төньяҡ амурҙары” исемдәре аҫтында 4-се һәм 5-се батальондар төҙөү буйынса штаб эшләй башланы. "ВАТАН" башҡорт ирекле отрядының беренсе взводы фронтҡа китергә әҙер булыуын да беләм. Социаль селтәрҙәрҙә егеттәребеҙ яңы исемле башҡорт подразделениелары асыу башланғысы менән сыҡҡан видеороликтар бар. Был – ир-егеттәребеҙҙең юғары илһөйәрлек, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби йолаларына тоғролоҡ күрһәткесе. Халыҡ геройы Фәнис Хөсәйеновтың: “Әсәйҙәр беҙҙе өйҙә ятыр өсөн тапмаған...” тигән һүҙҙәренә “Тыуған ил саҡырғанда” тип өҫтәргә мөмкин”, – тип яҙа ул.

Илгиз Солтанморатов белдереүенсә, махсус хәрби операция тәжрибәһе күрһәтеүенсә, халыҡ башланғысы менән ойошторолған, ирекмәндәрҙән йыйылған һәм республика ярҙамы менән яҡланған подразделениелар һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә, хеҙмәт ауырлыҡтарын лайыҡлы кисерә, яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уята.

“Әлеге ваҡытта армия һәм флот сафтарында бик күп егеттәребеҙ хеҙмәт итә, улар йөрәк ҡушыуы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракттар төҙөргә планлаштыра. Мин уларҙы демобилизацияланырға һәм өйҙәренә ҡайтырға, ә Ватанды һаҡлауға үҙ ҡарарҙарын Башҡортостан ирекле бүлексәләрендә бойомға ашырырға саҡырам. Унда улар яҡташтары менән бергә республикабыҙҙы данлаясаҡ, ә үҙҙәре һәм уларҙың ғаиләләре Башҡортостандан төрлө яҡлап ярҙам аласаҡ. 200 мең һум дәртләндереү, тәүлегенә 2 мең һум хәрби аҡса – был республикабыҙҙан Оборона министрлығынан түләүҙәргә яҡшы өҫтәмә буласаҡ”, – тип хәбәр итте Илгиз “Өршәк”.

“Башҡорт батальоны” төркөмөндә белдереүҙәренсә, "ВАТАН" отряды командиры Самурай 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе үҙ отрядына инергә саҡыра. Әлеге ваҡытта беренсе взвод йыйылған, икенсеһенә һайлау бара. Хәрби часть менән килешеүҙәр бар, унда ВАТАН-дың махсус подразделениеларын көтәләр һәм тулы ярҙам гарантиялайҙар. Юғары командалыҡтан да ярҙам мөһим, был да бар. Республика шулай уҡ яңы ирекле отрядтарҙың яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә вәғәҙә итә. ВАТАН-дың махсус подразделениеһын хәрби тәжрибәле, "ҡыҙыу нөктәләр"ҙе һәм хәрби бәрелештәрҙе үткән яугирҙәр тәшкил итәсәк. Алғы һыҙыҡҡа эләккәнсе ватансылар 2-3 аҙна эсендә уҡыуҙар үтә һәм кәрәкле бар нәмә менән тулыһынса тәьмин ителә. Тыуған илен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә әҙер булған бөтә сәләмәт ир-егеттәр саҡырыла.

Бәйләнеш һәм махсус бүлексәгә – Башҡортостан ВАТАН ирекле отрядына яҙылыу өсөн телефон: 8-937-343-54-15 "Дим".

Фото: Башкирский батальон 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: