Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
28 Ноябрь 2022, 12:22

Башҡортостандан 4 мең егет Рәсәй армияһы сафына алына

Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы дауам итә. Быйыл саҡырыу бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды – был өлөшләтә мобилизациялау менән бәйле. Республиканан хәрби хеҙмәт урындарына 4 мең кеше юлланасаҡ.

Башҡортостандан 4 мең егет Рәсәй армияһы сафына алына
Башҡортостандан 4 мең егет Рәсәй армияһы сафына алына

Буласаҡ ил һаҡсылары хәрби частарға барыр алдынан экипировка, хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле инвентарь менән тәьмин ителә. Призывниктарҙы алда ант ҡабул итеү, шулай уҡ йәш яугир курсы көтә. Быйыл хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш айға тиклем арттырылды.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Төп ваҡытты егеттәр хәрби һөнәр үҙләштереүгә файҙаланасаҡ.

Көҙгө саҡырылыш 2022 йылдың 31 декабрендә тамамлана. Бер йылдан һалдаттар тыуған яғына әйләнеп ҡайтасаҡ.

Автор:
Читайте нас: