Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
11 Ноябрь 2022, 17:15

Көҙгө саҡырылышта әрмегә тәүге алыныусылар хеҙмәт итеү урындарына юлланды

10 ноябрҙә республика йыйылыу пунктынан 80 кеше Мәскәү өлкәһенә, Рязань ҡалаһына китте. Улар һауа-десант һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, шулай уҡ милли гвардияла хеҙмәт итәсәк.

Көҙгө саҡырылышта әрмегә тәүге алыныусылар хеҙмәт итеү урындарына юлланды
Көҙгө саҡырылышта әрмегә тәүге алыныусылар хеҙмәт итеү урындарына юлланды

Әрме ир-егет тормошонда яңы осор һәм уның өсөн етди һынау булып тора. Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич егеттәрҙең намыҫлы хеҙмәт итеп, яңы оҫталыҡҡа өйрәнеүен, маҡсатҡа ынтылыусан булыуҙарын һәм өйҙәренә һау-сәләмәт һәм ныҡ булып ҡайтыуҙарын теләне.

Саҡырыу саралары Украинала махсус хәрби операция үткәреүгә бер нисек тә бәйле түгел. Элеккесә кеүек үк, әрме хеҙмәтенә саҡырыу Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта һәм план тәртибендә алып барыла. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәр, һөнәрҙәренә ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә хәрби хеҙмәт итәсәк. Ә саҡырылыш буйынса хеҙмәт итеү ваҡыты үткән хәрби хеҙмәткәрҙәр хеҙмәттән сығарыла һәм йәшәгән урындарына ҡайтарыла. Призывниктарҙың күбеһе 4-5 айға һөнәр буйынса уҡыу өсөн уҡыу үҙәктәренә йүнәлтеләсәк. Егеттәр медицина комиссияһын үтте, коронавирус инфекцияһына тест тапшырҙы. Уларға медицина битлектәре, бахилалар, бактерияларға ҡаршы саралар, банк карталары, несессер (махсус муҡса), шулай уҡ ғәскәрҙәрҙең төрөнә ярашлы форма бирелде.

Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан бөтәһе 4 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Саҡырылыш 2022 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә.

Көҙгө саҡырылышта әрмегә тәүге алыныусылар хеҙмәт итеү урындарына юлланды
Көҙгө саҡырылышта әрмегә тәүге алыныусылар хеҙмәт итеү урындарына юлланды
Көҙгө саҡырылышта әрмегә тәүге алыныусылар хеҙмәт итеү урындарына юлланды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: