Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
14 Октябрь 2022, 22:01

Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәрткән кешеләр: Өфөлә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды

Башҡортостанда «Путин командаһы» премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Республикала йәшәүсе ун кеше халыҡ таныуы билдәһе алды.

Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәрткән кешеләр: Өфөлә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды
Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәрткән кешеләр: Өфөлә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды

Улар араһында табиптар, хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ҡотҡарыусылар, журналистар бар. Һәр береһе донъябыҙ яҡшыраҡ, таҙараҡ һәм изгерәк булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Бүләкләнеүселәр араһында - янғын часының взвод командиры Дмитрий Фәрхетдинов. Ул Өфө районы Карпов ауылындағы күп фатирлы йортта ҡатмарлы янғынды һүндереүҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Янғын сыҡҡан урынға инеп, утты һүндергән. Уның аҡыллы эш итеүе һөҙөмтәһендә кешеләр ҡотҡарылған һәм янғындың артабан таралыуына юл ҡуйылмаған.

Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов 2015 йылдан бирле Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам йыя һәм илтеп бирә. Луганскиҙа махсус хәрби операция башланғас, Тимерйән Рәжәп улы Башҡортостандан Донбассҡа гуманитар конвойҙарҙы ун өс тапҡыр оҙатып барҙы.

«Һеҙ - республикабыҙ һәм илебеҙ намыҫы һәм даны. Путин командаһының бер өлөшө булған кешеләр халыҡҡа ярҙамға барыу һәм илде һаҡлау өсөн фарман килеүен көтмәй. Улар быны күңел ҡушыуы буйынса эшләй», - тип билдәләне Халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше Шамил Вәлиев.

«Путин командаһы» премияһы, хәүеф-хәтәрҙәргә ҡарамаҫтан, үҙ Тыуған иле хаҡына уңышлы эшләгәндәрҙең хеҙмәтен маҡтаулы наградалар менән билдәләү өсөн Халыҡ фронты башланғысы менән булдырылды.

Автор:
Читайте нас: