Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
29 Сентябрь 2022, 18:59

Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!

Салауат районынан алтмыштан ашыу ир-егет ил һаҡларға юлланды

Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!

Кисә Салауат районы резервистарын өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби әҙерлек үтергә ебәрҙеләр. Бөтәһе 66 ир-егет Свердловск өлкәһенә китте.

Уларҙы оҙатыр алдынан Малаяҙ ауылының үҙәк майҙанында йыйҙылар. Егеттәргә район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары Рәфис Фәтихов изге теләктәрен еткерҙе.

– Тыуған илебеҙгә ҡурҡыныс янай, беҙҙең бурыс – тыныслыҡты һаҡлау. Бөгөн һәр беребеҙ ҡыйыу һәм тәүәккәл булырға тейешбеҙ. Ҡәҙерле яугирҙәр, һеҙ Ватаныбыҙ таянысы, Тыуған илебеҙ һеҙҙең яҡлауға мохтаж. Беҙ һеҙгә, яҡындарығыҙға мөмкин тиклем ярҙам итербеҙ. Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һәр саҡ шуны иҫтә тотоғоҙ: “Салауат вариҫтары артҡа сигенмәй!”, – тине үҙенең сығышында Марс Фәррәх улы.

Хакимиәт башлығы һүҙҙәренсә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ата-бабаларыбыҙ Парижға барып еткән, Бөйөк Ватан һуғышында ата-олатайҙарыбыҙ, Салауат районынан һигеҙ меңдән ашыу кеше, тыуған илен яҡлап дошмандар менән алышып, Берлинды алған. 186 егет – афған, 235 яҡташыбыҙ чечен һуғышын үткән. Бөгөн дә Ватанды һаҡлау бурысы тора. Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальондары составында салауаттар ҙа Донбассты нацистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Өлөшләтә мобилизация буйынса оҙатылған егеттәргә Марс Кашапов үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫлы үтәп, иҫән һәм һау-сәләмәт булып ҡайтыуҙарын теләне.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин һәм яугир-интернационалист ветеран Ралиф Хөснөтдинов та яҡташтарыбыҙға изге юл теләне. Үҙҙәренең ойошмаһы исеменән егеттәргә бүләктәр тапшырҙылар.

– Беҙ, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ҡасандыр йәш көйөнсә генә ил һағына баҫтыҡ. Ул ваҡытта иң ҡурҡҡаныбыҙ – Тыуған ил, ауылдаштар, класташтар, ата-әсәләр алдында хурлыҡҡа ҡалыу ине. Шуға һәр беребеҙ үҙенең хәрби бурысын лайыҡлы үтәне. Һеҙ ҙә изге бурысығыҙҙы намыҫлы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, беҙҙең хәрби туғанлыҡ традицияларын дауам итегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Нәбиулла улы.

– Салауаттар, һәр саҡ бергә, берҙәм булығыҙ! “Яҡташлыҡ” тигән төшөнсә яу урындарында ныҡ ярҙам итә. Бер-берегеҙгә терәк булығыҙ!, – тине Ралиф Нил улы.  

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы һәр бер яугиргә аптечка, йылы ойоҡбаш, башлыҡ һәм бирсәткәләр әҙерләгәйне, райондан аҡсалата, аҙыҡ-түлекләтә ярҙам да күрһәтелде. Райондың имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев юл алдынан изге доға ҡылды. Халыҡ, “тере” коридорға теҙелеп, батыр уландарын оҙатып ҡалды. Ҡатындарҙың – ирҙәрен, әсәләрҙең – улдарын, балаларҙың аталарын ҡосаҡлап оҙатыуы тулҡынландырғыс мәл булды.

Оркестр музыкаһы оҙатыуында яҡташтарыбыҙ юлға сыҡты. Мобилизацияланған егеттәрҙе автобустарҙа Свердловск өлкәһенең Елань ҡасабаһына хәрби әҙерлек үтергә ебәрҙеләр. Резервистар араһында райондың һәр бер ауыл биләмәһенән саҡырылыусылар бар. Улар барыһы ла алдан хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәгә эйә. Егеттәребеҙгә имен-аман йөрөп, еңеү менән ҡайтырға яҙһын.

  

Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: