Бөтә яңылыҡтар

«Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы»: Радий Хәбиров Йәштәр көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Йәштәр көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты.

«Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы»: Радий Хәбиров Йәштәр көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты
«Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы»: Радий Хәбиров Йәштәр көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты
«Бөгөн һеҙҙең янығыҙҙа булыу, һеҙҙең энергияғыҙҙы тойоу һәм яҡты фекерҙәрегеҙҙе ишетеү минең өсөн бик әһәмиәтле. Беҙҙең республика бик йәш, ә йәштәребеҙ – иң яҡшыһы. Һеҙ яҡшы уҡыйһығыҙ һәм үҙ һөнәрегеҙҙең оҫталары булаһығыҙ. Тап һеҙ фәндә мөһим аҙымдар яһайһығыҙ, спорт аренаһында илебеҙ намыҫын яҡлайһығыҙ, Донбаста, тотош илебеҙҙән меңләгән йәш егеттәр кеүек үк, нацизмға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә. Республикабыҙҙа өлгө алырлыҡ бик күп көслө һәм сағыу кешеләр тыуған. Һеҙҙең бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы теләйем. Вениамин Кавериндың «Ике капитан»  романындағы геройҙарының береһенең образы – яҡташыбыҙ, ҡотопсо штурман Валериан Альбанов. Был әҫәрҙең девизы – «Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә». Һеҙгә лә шуны теләйем. Ә килеп сыҡмаһа, икенсе яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» тигән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Байрам менән! Бәхет һәм һаулыҡ һеҙгә!» – тине Радий Хәбиров, йәштәргә мөрәжәғәт итеп.

Ул шулай уҡ Бөрйән районының ирекмәндәр штабы етәксеһе Илһам Ишкининға, «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитетының административ-юридик хеҙмәте етәксеһе Арыҫлан Ғәлингә, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһының төбәк координаторы Әҙилә Ишмөхәмәтоваға, «Башҡортостан милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының милли инструменттар шоу-программаһы» проекты етәксеһе Алиса Яҡшыдәүләтоваға, «Aibat hallyar» милли стритфуд кафеһы хужаһы Марат Нәсхетдиновҡа, блогер, медиаирекмән Ильяс Батыргәрәевкә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в