Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
3 Декабрь 2021, 13:48

Республика Башлығы Шыршыһы нисек үтәсәк?

Быйыл республика Башлығы Шыршыһы бүтәнсәрәк форматта уҙасаҡ.

Республика Башлығы Шыршыһы нисек үтәсәк?
Республика Башлығы Шыршыһы нисек үтәсәк?

Республика Башлығы Шыршыһы нисек үтәсәк?

Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, байрам сараһы һәр муниципалитет һәм ҡала округы өсөн айырым ойоштороласаҡ. Йолаға әүерелгән республика Башлығы Шыршыһына йыл һайын 800-гә яҡын бала саҡырыла торғайны. Коронавирус пандемияһы, сикләүҙәр индерелеү сәбәпле, быйыл уны башҡасараҡ уҙғарырға ҡарар ителде. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Радий Хәбиров исеменән бүләктәр 780  балаға бер көндө – 24 декабрҙә тапшырыласаҡ. Уларҙы фән олимпиадаларында һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән, спорт ярыштарында һәм башҡа бәйгеләрҙә уңыштарға ирешкән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары аласаҡ.

 

 

Фото: https://newsbash.ru/society/shool/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: