Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркында “Башҡортостан йәштәренең йыйыны” үтте.
Унда Салауат районы йәштәре лә ҡатнашып ҡайтты. Улар - Лариса Хәйруллина, Лиана Шакирова, Алина Нотфуллина, Айнур Ғимранов, ә форумдың почетлы ҡунағы итеп Наҙгөл Отузова саҡырылды.
Йәштәребеҙ спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа, халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашты.
“Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә был ҙур сараны ойошторҙо. “Башҡортостан йәштәре йыйыны” төбәк-ара белем биреү һәм мәҙәни форумы Башҡортостандан ғына түгел, ә Волга буйы федераль округындағы 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. Форум 11 августан 13 авгусҡа тиклем үтте, унда мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, студенттар, йәш белгестәр ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар төрлө ине: республиканың тиҫтәләгән райондары һәм илдең 11 төбәгенән, улар араһында Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары бар. Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: коронавирус пандемияһы арҡаһында командала ҡатнашыусы кешеләр һанын сикләнелде.
Йыйында ике тиҫтә самаһы эксперт эшләне, бер нисә профилле платформа ойошторолдо, күңел асыу һәм халыҡ уйындары, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе үтте.