Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
3 Февраль 2020, 15:58

#ӨЙҘӘ СТУДЕНТТАР ФОРУМЫ ҮТӘ

5 февралдә тәүге тапҡыр Өфөлә ситтә уҡып йөрөүселәр өсөн #ӨЙҘӘ студенттар форумы үтә. Беҙҙең райондан унда билдәле йырсы Наҙгөл Отузова ҡатнашасаҡ.Форумдың маҡсаты ла ябай: ситтә уҡып йөрөүсе яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш булдырыу. Ҡулдарына диплом алып тыуған ергә ҡайтыу өсөн эш урындары тураһында мәғлүмәт биреү, ниндәйҙер кимәлдә ярҙам күрһәтеү. Форумдан һуң төрлө ҡалаларҙа уҡып йөрөүсе студенттар араһында бәйләнеш булдырылыр, шулай уҡ форумда ҡатнашыусы студенттарҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади потенциалын да асыҡларға ярҙам итер, тигән ышаныс та бар. Студенттарҙы бай йөкмәткеле интерактив программа көтә. "Торатау" Конгресс-холлында үткән сарала төрлө ойошма, предприятие етәкселәре һ.б. студенттарға төрлө социаль проекттар, вакансиялар тураһында һөйләйәсәк.

5 февралдә тәүге тапҡыр Өфөлә ситтә уҡып йөрөүселәр өсөн #ӨЙҘӘ студенттар форумы үтә.
Форумдың маҡсаты ла ябай: ситтә уҡып йөрөүсе яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш булдырыу. Ҡулдарына диплом алып тыуған ергә ҡайтыу өсөн эш урындары тураһында мәғлүмәт биреү, ниндәйҙер кимәлдә ярҙам күрһәтеү. Форумдан һуң төрлө ҡалаларҙа уҡып йөрөүсе студенттар араһында бәйләнеш булдырылыр, шулай уҡ форумда ҡатнашыусы студенттарҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади потенциалын да асыҡларға ярҙам итер, тигән ышаныс та бар.
Студенттарҙы бай йөкмәткеле интерактив программа көтә. "Торатау" Конгресс-холлында үткән сарала төрлө ойошма, предприятие етәкселәре һ.б. студенттарға төрлө социаль проекттар, вакансиялар тураһында һөйләйәсәк.
Читайте нас: