Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
24 Ғинуар 2020, 16:35

#ӨЙҘӘ студенттар форумы

5 февралдә Өфөлә республиканан ситтә белем алыусы студенттарының ҙур форумы үтә.

5 февралдә Өфөлә республиканан ситтә белем алыусы студенттарының ҙур форумы үтә. Уны Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойоштора.
#ӨЙҘӘ тигән исем һәм хештег аҫтында үткән форумдың төп маҡсаты – әлеге ваҡытта ситтә уҡып йөрөгән студенттарҙы, эш башлаған йәш белгестәрҙе республикаға йәлеп ите, ҡайтарыу. Сара барышында республика етәкселеге менән осрашыу, оҫталыҡ дәрестәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән аралашыу, республика предприятиелары һәм ойошмаларына эшкә урынлашыу, стажировка үтеү өсөн тәғәйенләнгән платформа проектының презентацияһы, предприятиелар һәм юғары уҡыу йорттарына экскурсия үткәреү ҡаралған.
Рәсәй субъекттары вуздарында уҡыйусы студент-яҡташтарын Башҡортостан онотмай. Йыл һайын улар өсөн төрлө саралар, профессиональ йүнәлешле форумдар ойошторолоп тора.
Әйткәндәй, 4, 5 һәм 6 февралдә “Башавтотранс” автобустары форумда ҡатнашыу өсөн рәсми теркәлгән йәштәрҙе республика райондарынан Өфөгә һәм баш ҡалала бушлай йөрөтәсәк. Теркәлеү, ҡатнашыусы статусы биргән документтар алыу һәм башҡа мәғлүмәттәр түбәндәге һылтанма буйынса: https://forms.gle/6ADeiFS6Nx8HW1ne6
Читайте нас: