Әлкә ауылының иҫке мәктәп бинаһында урынлашҡан бокс мәктәбе уңышлы эшләй.
Спортсыларҙың тренировкаларға йөрөү урыны булдырылып, зал тулыһынса йыһазландырылды. Шул көндәрҙә унда бокс рингы ла ҡуйылды.
Залдың стеналарын билдәле бокссыларҙың плакаттары биҙәй. Улар йәш быуынды яңы үрҙәргә дәртләндереп тора. Залды йыһазландырыуҙа район Хакимиәте, һәм урындағы эшҡыуарҙар: Алик Хәсәнов, Урал Ғимаев, Артур Хатымов, Артур Закиров, Марат Камалетдинов ҙур өлөш индергән.
Тренер Руслан Низамовтың әйтеүенсә, шул көндәрҙә мәктәпкә Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте Министры Руслан Хәбибовтың килеүе көтөлә.
Мәктәпкә Омск ҡалаһында казарма емерелеү арҡаһында фажиғәле һәләк булған яҡташыбыҙ, десантсы Ранис Алтынбаевтың исеме бирелгән.