Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
4 Ноябрь 2019, 11:20

Зилиә - иң һылыуы

Лағыр һылыуы Зилиә Вәлиева “Йәшлек гүзәле – 2019” конкурсында ҡатнаша.

Лағыр һылыуы Зилиә Вәлиева“Йәшлек гүзәле – 2019” конкурсында ҡатнаша.
“1999 йылдың 1 ноябрендә Салауат районының йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Лағыр ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һалғанмын.

Лағыр урта мәктәбен уңышлы тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының рус-башҡорт бүлегендә белем алам.

Мин – ҡыҙ бала. Мөғжизәгә ышанам. Ошо сифатым холҡома ла үҙ тамғаһын һала: донъяға яратып бағам. Йыр-моңға һөйөү, күңелем хистәрен бейеүгә һалыу – торошом, булмышым. Халҡыма һәм уның моңона ғашиҡмын. Әлеге мәлде ғүмеремдең иң бәхетле мәле тип иҫәпләйем. Киләсәгем – яҡты, хыялдарым матур минең. Кешеләргә кәрәк булыу – төп маҡсатым,» - тип яҙа уның турала “Йәшлек” гәзите.
А.АЛКИНА
Читайте нас: