Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
2 Август 2019, 12:29

Толкачев Израилда уҡыған яҡташыбыҙ менән осрашты

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Израилда уҡыған яҡташыбыҙ Земфира Ибраһимова менән осрашты. Осрашыуҙа нимә тураһында һүҙ барҙы һәм Мөрсәлим ҡыҙы нисек Израилға барып эләккән?Тулыраҡ уҡырға:

Мөрсәлим ауылы һылыуы Земфира Ибраһимоваға ни бары 17 йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул һәләтле үҫмер булараҡ, былтыр Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 70 мең долларлыҡ грантына эйә булды. Инглиз телен биш бармағы кеүек белгән ҡыҙҙы Израилда урынлашҡан халыҡ-ара кимәлдәге мәктәпкә уҡырға ҡабул итәләр.

Һәләтле ҡыҙ менән осрашыуыма бик шатмын. Донъялағы сәйәси хәл, милләттәр араһындағы мөнәсәбәт тураһында аралаштыҡ. Беҙҙең төбәк таланттарға бик бай икәненә тағы ла бер тапҡыр ышандым. Земфира кеүек тырыш, аҡыллы, һәләтле йәштәребеҙҙе ситкә ебәрмәй, ә ваҡытында асыҡлап, уларға ярҙам итһәк ине. Шулай ҙа Земфира уҡыуын тамамлағас, тыуған яғына ҡайтып эшләргә иҫәбе бар,”– тип яҙҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең рәсми блогында.

Яҡташыбыҙға шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай йорто буйлап экскурсия ла ойошторолдо. Ул депутат Антон Матренин һәм парламент рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова менән дә осрашҡан. Әлеге ваҡытта Земфира мәрхәмәтлек менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге тураһында проект эше яҙа. Ҡыҙ республика парламентына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

------------------

Председатель Государственного Собрания Константин Толкачев встретился с нашей землячкой Земфирой Ибрагимовой из села Мурсалимкино. Земфира в прошлом году выиграла грант ООН и уехала учиться в Израиль в международную школу.
В прошлом году Земфира самостоятельно выиграла грант ООН в размере 70 тысяч долларов как одаренный ребенок с отличным знанием английского языка и после 10-го класса уехала учиться в Израиль в международную школу.

.
«Было приятно встретиться с таким «самородком». Поговорили о политической обстановке в мире, межнациональных отношениях. Еще раз убеждаюсь, что наша земля очень богата на таланты. И правильно было бы их своевременно выявлять, развивать и поддерживать, не дожидаясь, когда они уедут за границу. У Земфиры, кстати, твердое намерение вернуться после обучения домой и работать на Родине», – написал Константин Толкачев в своем блоге.
.
Земфира также побывала на экскурсии в Доме Государственного Собрания встретилась с заместителем Председателя парламента Эльвирой Аиткуловой и депутатом Антоном Матрениным. Девушка пишет работу о деятельности некоммерческих благотворительных организаций в Башкортостане и обратилась в парламент республики за содействием.
Читайте нас: