Гүзәллек бәйгеһендә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән 14 ҡыҙ көсөн һынаны. Конкурста районыбыҙҙың данын Малаяҙ ауылы һылыуы Аделина Әхмәтшина яҡланы. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, бейене, йырланы, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Конкурстың бар этаптарында ла Аделина башҡа ҡыҙҙарҙан айырылып торҙо. Уның гүзәллеге, үҙенсәлекле сығышы, һомғоллоғо жюри ағазаларын һәм тамашасыларҙы әсир итте. Һөҙөмтәлә Аделина беренсе вице-мисс исеменә лайыҡ булды.
Әйткәндәй, Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында белем алған Аделинаның был тәүге еңеүе түгел. Былтыр “Салауат районы мисы” бәйгеһендә Гран-при яулаған һәләтле ҡыҙ “Йәш Өфө һылыуҡайы – 2019” республика конкурсында ла ҡатнашып, еңеүсе булғайны.