Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
26 Апрель 2019, 14:51

Йәш тауыштар - 2019

Районда 32-cе тапҡыр үткәрелгән “Йәш тауыштар” йыр бәйгеһе быйыл яңы форматта ойошторолдо.

Районда 32-cе тапҡыр үткәрелгән “Йәш тауыштар” йыр бәйгеһе

быйыл яңы форматта ойошторолдо. Конкурстың һайлап алыу туры ла, финалы ла район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән ҡыҙыҡлы итеп уҙғарылды.

Бәйгене яңыса уҙғарыу бик отошло булды. Беренсенән, йыл һайын уҙғарылып килгән конкурс яңы һулыш алһа, икенсенән, бәйгелә ҡатнашыусылар остаздар менән шөғөлләнеп, тәжрибә тупланы, һәләттәрен үҫтерҙе. Ике аҙна дауамында финалсылар менән шөғөлләнгән остаздар балаларҙың быға тиклем билдәле булмаған үҙенсәлектәрен асып, тамашасыларға күрһәтә алды.

Иң тәүҙә сәхнәлә остаздар, тәжрибәле йырсылар, ансамбль етәкселәре Илнур Вәлиев, Илфат Ямалыев, Адик Шәйәхмәтов һәм Айгөл Гәрәева командалары менән бергәләп йыр башҡарҙы. Һәр команда матур итеп йырланы, әммә Айгөл Гәрәева әҙерләгән команданың сығышы башҡаларҙан айырылып торҙо. Артабан конкурсанттар төрлө жанрҙарҙа һәм телдәрҙә йырҙар тәҡдим итте.

Шулай итеп, Гусевканан Юлиә Суроваткина конкурстың еңеүсеһе тип иғлан ителде. Рената Рамазанова (Малаяҙ), Алия Абдрафиҡова (Ишембай), Валерия Вахитова (Малаяҙ), Анжелла Ғәйнетдинова (Миәшәгәр), Алиса Нотфуллина һәм Светлана Логинова дуэты (Янғантау), Снежана Нурыева (Арҡауыл), Анастасия Сәхәүетдинова (Комсомол) - 3-сө, Лилияна Йыһанғәлина (Ахун), Даниил Садиҡов (Малаяҙ), Юлиә Гусева (Малаяҙ), София Сәйетғәлина (Торналы), Рушан Бәширов (Ишембай) - 2-се, Энже Дүшәнова (Торналы), Элина Хәйруллина (Арҡауыл), Эмилия Ҡазиханова (Малаяҙ)

1-се дәрәжәле дипломант булды. Бынан тыш конкурс барышында тамашасылар оҡшаған йырсы өсөн тауыш бирҙе. Анастасия Сәхәүетдинова иң күп тауыш йыйып, “Халыҡ һайлауы” номинацияһында еңеү яуланы.

---------------------------------------------------------

Юлия Суроваткина стала победителем вокального конкурса.

Рената Рамазанова (Малояз), Валерия Вахитова (Малояз), Алия Абдрафикова (Ишимбаево), Анжелла Гайнетдинова (Мещегарово), Алиса Нутфуллина , Светлана Логинова (дуэт из Янғантау), Снежана Нуриева (Аркаулово), Анастасия Сахаутдинова (Комсомол) заняли 3 место. Дипломантами 2 степени стали : Лилияна Жиангалина (Ахуново), Даниил Садыков (Малояз), Юлия Гусева (Малояз), София Саитгалина (Турнали), Рушан Баширов (Ишимбаево). Заветное первое место завоевали

Энже Душанова (Турнали), Элина Хайруллина (Аркаулово), Эмилия Казыханова (Малояз).
Читайте нас: