Еңел булмаған ҙур эш башлап йөрөгән егеттәрҙең изге ниәте маҡтауға лайыҡ. Әлбиттә, бер нисә кеше генә бар донъяны ялмап алған “йәшел йылан”ды ауыҙлыҡлай алмаясаҡ. Әммә эш бәләкәйҙән башлана. Егеттәрҙең тырышлығы менән бер нисә кеше, ғаилә ҡотҡарылһа ла, тимәк, уларҙың башланғысы юҡҡа түгел.