Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
11 Апрель 2019, 14:24

Остаздар командаларын тупланы

Районда 32-cе тапҡыр үткәрелгән “Йәш тауыштар” йыр бәйгеһе быйыл яңы форматта ойошторолдо. Остаздар үҙ командаларына 4-әр йырсыны һайлап алды. Кемдәр улар?

Конкурстың һайлап алыу туры ла район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән ҡыҙыҡлы итеп уҙғарылды.
Бәйге ике йәш төркөмөндә барҙы. 9-13 һәм 14-24 йәш арауығындағы йырсылар тамашасылар һәм остаздар алдында сығыш яһаны. Остаздар, тәжрибәле йырсылар, ансаблдәр етәкселәре Илнур Вәлиев, Илфат Ямалыев, Адик Шәйәхмәтов һәм Айгөл Гәрәева конкурсанттарҙың сығышын баһалап, башҡарыусының йыры оҡшаған осраҡта махсус төймәгә баҫты. Йырсыларға иһә төймәгә баҫҡан остаздың береһен һайлау хоҡуғы бирелде. Әлбиттә, бәйгенең финалына барыһы ла үтмәне. Остаздар төймәгә баҫмаған осраҡта, бигерәк тә балалар бер-аҙ күңелһеҙләнде. Әммә остаздар уларҙың һәр-береһенә йылы һүҙ тапты, артабан да йырлауын дауам итеп, тәжрибә тупларға саҡырҙы. Иң мөһиме бәйгеселәр ҡурҡыуҙарын, оялыуҙарын еңеп, сәхнәгә сыҡты. Ә был үҙе уңышҡа бер аҙым тигән һүҙ.
Шулай итеп, остаздар үҙ командаларына 4-әр йырсыны һайлап алды. Энже Душанова (Торналы) Лилияна Йыһанғалина (Ахун), Валерия Вәхитова (Малаяҙ), Анастасия Сәхәүетдинова (Комсомол) - Илнур Вәлиевтың, Снежана Нурыева (Арҡауыл), Алиса Нутфуллина һәм Светлана Логинова дуэты (Янғантау), Рената Рамазанова (Малаяҙ), Юлиә Гусева (Малаяҙ) - Илфат Ямалыевтың, Рушан Бәширов (Ишембай), Элина Хәйруллина (Арҡауыл), Анжелла Ғәйнетдинова (Миәшәгәр), Юлиә Суроваткина (Гусевка) - Айгөл Гәрәеваның, Данил Садиҡов (Малаяҙ), Алия Абдрафиҡова (Ишембай), София Сәйетғалина (Торналы), Эмилия Ҡазиханова (Малаяҙ) Адик Шәйәхмәтовтың командаһына инде. Остаздар командалағы йырсылар менән ике аҙна дауамында конкурстың финалына әҙерләнәсәк.
------------------
Вчера в РДК прошел первый этап конкурса "Отбор в команды наставников". В конце этапа в команду каждого наставника прошли по четыре человека. Итак, в финал прошли Энже Душанова (Турнали) Лилияна Жиангалина (Ахуново), Валерия Вахитова (Малояз), Анастасия Сахаутдинова (Комсомол), Снежана Нуриева (Аркаулово), Алиса Нутфуллина һәм Светлана Логинова (дуэт из Янғантау), Рената Рамазанова (Малояз), Юлия Гусева (Малояз), Рушан Баширов (Ишимбаево), Элина Хайруллина (Аркаулово), Анжелла Гайнетдинова (Мещегарово), Юлия Суроваткина (Гусевка), Данил Садыков (Малояз), Алия Абдрафикова (Ишимбаево), София Сәйетғалина (Турнали), Эмилия Казыханова (Малояз). Финал конкурса пройдет 19 апреля.

Читайте нас: