Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
20 Декабрь 2018, 20:06

“Бер юл” - ярымфиналда

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы – ул шаттар, тапҡырҙар, зирәктәр һәм шаяндар уйыны. Салауат районынан Лағыр ауылынан “Бер юл” командаһы конкурста көсөн һынаны.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы – ул шаттар, тапҡырҙар, зирәктәр һәм шаяндар уйыны. Был сарала балалар шаярта, тормоштоң төрлө яҡтарын сағылдыра, уйландыра, көлдөрә, төрлө проблемаларҙы асып һала. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы был юлы “Яңы йыл – яңы үрҙәр” девизы аҫтында үтте. Ярымфиналға сығыу хоҡуғы өсөн барыһы республиканың 12 көслө командаһы ярышты.

Салауат районы Лағыр ауылынан “Бер юл” командаһы ла конкурста көсөн һынаны. Егеттәрҙе шаяндар бәйгеһенә Лағыр мәктәбе педагогы Ранис Хәкимов әҙерләне.

Ярышта ҡатнашыусы командаларҙы өс блокка бүлеп, улар биатлон и фристайл конкурстарында үҙҙәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә, Салауат районы командаһы күп кенә мәрәйҙәр йыйып, ярыштың еңеүсеһе булды. “Бер юл”дар ярымфиналға үтеп, февралдә үтәсәк уйындарҙа ҡатнашасаҡ.

_________


Завершился четверть финал VI сезона БЮЛ КВН. За выход в полуфинал поборолись 12 команд республики. Они были поделены на 3 блока и соревновались в конкурсах Биатлон и Фристайл. Вчерашние дебютанты Юниорки сегодня составили достойную конкуренцию опытным, титулованным командам. Команда Салаватского района “Бер юл” (руководитель учитель Лагеревской школы Ранис Хакимов) красиво выступила на главной сцене КВН и смогла пробиться в полуфинал. Полуфинал игры состоится в феврале. Пожелаем лагеревцам удачи!
Читайте нас: