Оҙаҡламай районда бокс үҙәге асыласаҡ. Был турала район Хакимиәте башлығы Марс Кашапов оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Тренер Руслан Низамовтың әйтеүенсә, үҙәкте Әлкә ауылының иҫке мәктәп спортзалында булдырыу күҙаллана. Бының өсөн район Хакимиәте тарафынан аҡса бүленгән. Шул көндәрҙә үҙәккә ринг та килеп етәсәк.
Әйткәндәй, яңыраҡ Өфө ҡалаһында бокс буйынса республика беренселегендә 500-ҙән ашыу спортсы, шул иҫәптән Салауат районы егеттәре лә ҡатнашты. Яхъянан Вадим Хәйруллин, Әлкәнән Байрас һәм Тимур Шөғәйеповтар махсус спорт мәктәптәренән килгән спорт мастерына кандидаттарына ҡаршы сығырға ҡурҡып торманы. Тимур Шөғәйепов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уларҙы әһәмиәтле ярышҡа тренерҙары Руслан Низамов әҙерләне.
Ярышты ҡарарға килгән республиканың бокс федерацияһы президенты Илфат Рәзәпов барыһын да Салауат районы командаһы менән таныштырып, киләсәктә районда боксты үҫтереү өсөн төрлө инвентарҙар алырға ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Тулыраҡ "Йүрүҙән"дең киләһе һанында уҡығыҙ.
--------------------------------------
О том что в районе планируют открыть Центр бокса заявил в своем выступление глава района Марс Кашапов. Как сообщил тренер по боксу Руслан Низамов, центр откроют в с. Алькино, в здании старой школы.
К слову, недавно впервые за всю историю района команда Салаватского района участвовала в Первенстве Республики Башкортостан по боксу.
Всего чемпионат собрал 50 команд, около 500 бойцов. В чемпионате приняли участие сильнейшие боксеры республики. В нем приняли участие и бойцы нашего района: Вадим Хайруллин (д.Яхъя), Байрас и Тимур Шугаиповы (с.Алькино). Так Тимур занял в чемпионате третье место.