Дыуан күп профилле колледжы филиалында үткәрелгән “Донъя Салауат районы йәштәре күҙлегендә” форумын йәштәр сәйәсәте комитеты, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм балалар клубы ойошторҙо.
Сарала район етәкселеге, эшҡыуарҙар, мәктәп балалары һәм колледж студенттары ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика, Бөтә Рәсәй конкурстары призерҙарын һәм ирекмәндәрҙе Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Үҫмерҙәр һәм балалар клубы методисы Гүзәл Юлдашбаева йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға ирекмәндәр таныҡлығын тапшырҙы. Әйткәндәй, был таныҡлыҡ 14 йәше тулған, “Рәсәй волонтеры” сайтында теркәлгән әүҙем йәштәргә бирелә. Документ юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә ҙур көскә эйә.
Шулай уҡ районда булдырылған геопарк тураһында “Янғантау” шифаханаһы вәкиле Илдар Яҡупов һөйләһә, Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова райондың үҙенсәлекле урындары, геопарктың маршруты хаҡында бәйән итте. Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов комитеттың йүнәлештәре менән таныштырып үтеп, йәштәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Тамашасылар алдында “Профи” колледж агитбригадаһы, кадеттар һәм йыр менән Александр Чернышев, Дильдора Хужина сығыш яһаны.
Артабан теләүселәр өсөн колледж буйлап экскурсия ойошторолдо, сараға килеүселәр форум майҙансыҡтарында ҡатнашты. “Һин – эшҡыуар”, “Спорт – һаулыҡ нигеҙе”, “Салауат районы – патриоттар иле”, “Волонтерҙар – ул беҙ” тематик майҙансыҡтарҙы спикерҙар алып барҙы. Мәҫәлән, “Һин – эшҡыуар” майҙансығында шәхси эшҡыуарҙар тәжрибәләре менән уртаҡлашһа, спорт майҙансығында балалар мәргәнлек буйынса ла, баскетбол уйнап та ярышты. Шулай уҡ уҡыусылар башҡа майҙансыҡтарҙа ирекмәндәр хәрәкәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәт, үҙҙәренең проекттарын булдырыу, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн спикерҙарҙан кәңәш алды.
Илгиз ҒИМАЕВ, Салауат районы эшҡыуарҙар советы рәйесе:
– Йәштәр форумының эшен йәйелдереү, уны үҫтереү өсөн районда йәштәр араһында инициатив төркөм булдырыу мөһим. Беҙгә, ололарға, йәштәрҙең фекерен ишетергә, уларға ярҙам итергә кәрәк. Шулай уҡ бөгөн сығарылыш класс уҡыусылары ҡайҙа уҡырға барырға белмәй. Бәлки, төрлө һөнәр эйәләре, мәҫәлән, уҡытыусылар, табиптар, ауыл хужалығы эшсәндәре, юристар, иҡтисадсылар һәм башҡалар балалар алдында сығыш яһап, уларҙың һорауҙарына яуап бирһә, балалар үҙҙәренең йүнәлешен табыр ине. Шулай уҡ бизнес, экология һәм башҡа йүнәлештәрҙә төрлө конурстар үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш.