Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
5 Апрель 2018, 16:14

Барыһын да тыуған яҡҡа һөйөү берләштерҙе

Өфөлә студенттар менән осрашыу булды

Салауат районы студенттары Өфө, Силәбе, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында, хатта Америкала, Ҡытайҙа һәм башҡа сит яҡтарҙа белем ала. Әммә уларҙың барыһын да тыуған яҡҡа һөйөү берләштерә.
Йыл һайын Өфө ҡалаһында район етәкселеге сту­дент­тар менән осраша.
– Районды үҫте­реүсе, уны алға әйҙәүсе йәш, тырыш белгестәр кәрәк, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжындағы осрашыуҙа. Шулай уҡ ул йәштәргә райондың социаль-иҡтисади хәле һәм үҫеш перспективалары тураһында бәйән итте.
Осрашыуға яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов та килгәйне. Ул баш ҡаланың брендтары менән таныштырҙы һәм студенттарҙы әүҙемерәк булырға, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә саҡырҙы. Сарала шулай уҡ “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев сығыш яһап, районда ойошторола башланған геопарк тураһында һөйләне. Салауат районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Иштимер Хурамшин, Башҡорт дәүләт университетының 3-сө курс студенты Айнур Ситдиҡовтың сығышы фәһемле булды.
Артабан Марс Фәррәх улы әүҙем студенттар Алина Климович, Айнур Ситдиҡов, Регина Ғарипова, Венера Борханова, Вәсилә Хәйрова, Гөлдәр Исламғазина, Румия Абдуллина, Илнур Мостафин, Айгиз Хисаметдинов, Илнур Миһранов, Иршат Ғарипов, Евгений Юдин, Илгиз Таһиров, Ильяс Исмәғилов һәм башҡаларға Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле статуэткалар тапшырҙы.
Шулай уҡ студенттар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Йәштәр эш урындары менән яҡындан танышып, бер нисә ойошма менән килешеү төҙөнө. Һәр бер студентҡа иҫтәлекле бүләктәр таратылды.
Артабан сәхнәлә яҡташ йырсылар Рәдиф Зарипов, Айгиз Ханов, Фәриҙә Ғаззалова, Филүс Ҡасимов, Сәйет Сәйетғәлин, Зәлиә Тажетдинова, “Юлдаш” төркөмө һ.б. дәртле йырҙарын бүләк итте. Студенттар осрашыуҙан, тәмле аш менән һыйланып, таралды.
Читайте нас: