Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
20 Март 2018, 14:53

Өфө ҡыҙы Гүзәлиә тыуған Салауат төйәген данлай

Өфөлә тыуып үҫкән, әммә үҙен, батыр Салауат төйәге, Әйле ырыуы ҡыҙымын, тип ғорурланып, ҙур сәхнәнән танытыусы Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА "Һылыуҡай – 2018" республика гүзәллек бәйгеһенең финалына үтеү бәхетенә иреште.

Атаһы Фәрит Ишмөхәмәтов – Малаяҙ ауылы егете. Гүзәлиә бәләкәйҙән, йәйге каникул осоронда, ауылда ял итергә яратты, шуға Салауат районы тыуған төйәге кеүек яҡын. Бөгөн ул БДУ-ның геофизика факультетында 3-сө курста белем ала.
Әлеге мәлдә һылыуҡайҙарҙың 23 мартта уҙасаҡ финалға әҙерлек осоро. Шул уҡ ваҡытта "Бәйләнештә" социаль сайтында – "Интернет һылыуҡайы" номинацияһында тауыш биреү бара . Яҡташыбыҙға, лайктар ҡуйып, үҙ ярҙамыбыҙҙы күрһәтәйек, райондаштар! Үҙебеҙҙең һылыуҡай – Гүзәлиә Ишмөхәмәтоваға тауыш биреү өсөн “Бәйләнештә” селтәрендә СтудияЛинарыТагировой ХЫЛЫУКАЙ-BASHKIRIAN BEAUTY төркөмөнә ҡушылырға кәрәк.
Читайте нас: