

«Молодежная газета» баҫмаһы яҙыуынса, 70 йәшлек пенсионер 21 апрелдән 27-һенә тиклем үҙҙәрен кадрҙар хеҙмәткәре, «Дәүләт хеҙмәттәре», Федераль именлек хеҙмәте һәм Үҙәк банк белгестәре тип танытҡан билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр алған. Енәйәтселәр аккаунтты емереү һәм аҡсаны һаҡлау һылтауы менән 15 миллион һумды «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндереп маташа. Ир кеше алданыуҙы ваҡытында һиҙеп ҡалып, һөйләшеүҙе өҙөп, полицияға мөрәжәғәт иткән.
50 йәшлек пенсионер ошо уҡ осорҙа 1,9 миллион һумдан саҡ мәхрүм ҡалмаған. Аферистар домофондар ҡуйыу буйынса мастер, һуңынан, Росфиннадзор хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырып, йыйылған аҡсаны күсертергә маташа. Ләкин ир ҙә схеманы ваҡытында аңлап, ошо хәл тураһында полицияға хәбәр иткән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртеүенсә, дәүләт учреждениелары һәм банктары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да «хәүефһеҙ иҫәпкә» аҡса күсереүҙе талап итмәй - улар юҡ. Бындай шылтыратыуҙар килһә, кисекмәҫтән һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм 102 һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: «Молодежная газета».