

Уҙған аҙнала MAX ҡушымтаһына бер нисә райондашыбыҙға таныштарынан шундай хәбәрҙәр килгән: “Подожди... это ты на видео или мне показалось?” йәки “Привет, за меня проголосуй пожалуйста”. Хәбәргә HTML (EXE, APK файлдары ла булырға мөмкин) файлы беркетелгән була. Файлды асҡан кешенең смартфонына вирус эләгеп, уның аккаунтын “емерә”.
Бының менән мутлашыусылар ҡорбанының шәхси мәғлүмәттәрен ҡулға төшөрөргә тырыша. Иң насары – енәйәтселәрҙең банк ҡушымталарына инеүе, уның исеменә кредит рәсмиләштереүе ихтимал. Бәхеткә, ундай осраҡтар теркәлмәгән.
Теләһә ниндәй файлдарҙы асмағыҙ, шикле һылтанмаларға инмәгеҙ!