Редакцияға Сыбаркүл ауылынан оло йәштәге апай килеп инде лә беҙгә хәбәрен теҙә башланы.
– Өй телефонына шылтыраттылар. Яғымлы тауышлы ҡатын: “Һеҙҙе грамота менән бүләкләргә саҡырабыҙ. Район гәзитенә фотоға ла төшөрәсәктәр, матур итеп кейенеп, шунса көндө район хакимиәттең 52-се бүлмәһенә килеп етеүегеҙҙе һорайбыҙ. Награданы теркәр өсөн үҙегеҙҙең СНИЛС һандарын әйтегеҙ әле”, – тине. Әлбиттә, шикләнә биреп ҡуйып, документтағы шәхси мәғлүмәттәрҙе телефон аша бирмәүемде белдереп, килгәс, яҙып алырһығыҙ, тип әйттем. Шунан һуң ул телефонды һалды. Ысынлап та, шулай саҡырҙылармы икән? – тине ул икеләнә биреберәк.
Район хакимиәтенә бәйләнешкә сығып, хәлде асыҡларға булдыҡ. Унда әйтеүҙәренсә, бынан алда уларға мөрәжәғәт итеүселәр булған. Мутлашыусылар шулай алдашып, кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәрен ҡулдарына төшөрөргә тырыша икән. Асыҡланыуынса, район хакимиәтендә 52-се бүлмә бөтөнләй булмай сыҡты.
Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәр аша халыҡты уяу булырға саҡырҙы:
“Аферистар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә шылтырата, үҙҙәрен Салауат районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырып, бүләкләү тантанаһына саҡыра. Ошондай барлыҡ шылтыратыуҙарға һәм хәбәрҙәргә иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайым. Дәүләт наградаларын тапшырыуға ҡағылышлы бөтә мәсьәләләр рәсми юл менән һәм шәхси мөрәжәғәт иткәндә генә хәл ителә.
Бер ҡасан да таныш булмаған кешеләргә телефон, мессенджерҙар аша шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тапшырмағыҙ. Хатта әңгәмәсегеҙ, был шәхесегеҙҙе тикшереү йәки документтар тултырыу өсөн кәрәк, тип әйтһә лә, СМС-кодты атамағыҙ. Яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы иҫкәртегеҙ!”.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан белдереүҙәренсә, һуңғы ваҡыт Интернет селтәрҙәренә һәм мобиль элемтәгә сикләүҙәр индерелгәс, мутлашыусыларҙың стационар телефондарға шылтыратыуы йышайған. Уяу булығыҙ!