Ул Президенттың тура линияһына килгән 3,5 мең мөрәжәғәтте анализлау һәм 11 мең рәсәйленән һорау алыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Уларға ярашлы граждандарҙың 85 проценты телефондан мутлашыусыларға юлыҡҡҡан, ә 10 проценты аҡсаһын юғалтҡан. Иң популяр схемалар - хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, банктарҙан һәм кәрәҙле операторҙарҙан шылтыратыуҙар, тип хәбәр итә "Молодежная газета".
Урланған аҡсаларҙың 40 проценты - халыҡтың рөхсәтенән тыш йәки психологик баҫым аҫтында рәсмиләштерелгән мутлашыу кредиттары һөҙөмтәһе, тип билдәләне Кузнецов. Ул бындай осраҡтарға юл ҡуймау өсөн банктарға өсөн яңы стандарттар индерергә, шулай уҡ намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау өсөн эске тикшереүҙәр үткәрергә тәҡдим итте.
Мутлашыусыларҙың Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинеттарҙы файҙаланыуы төп проблемаларҙың береһе булып ҡала. Халыҡ фронты ике һәм унан да күберәк идентификатор булған осраҡта аккаунттарҙы ваҡытлыса ябырға һәм банктарға мутлашыу хәүефе тураһында хәбәр итергә тәҡдим итте. Үҫмерҙәрҙе мутлашыу схемаларына йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүленде. Кузнецов үҫмерҙәргә әйләнеше буйынса сикләүҙәр һәм минималь лимиттар булған дебет карталарын бирергә, шулай уҡ банктарға шикле финанс операциялары хаҡында ата-әсәләргә хәбәр итергә ҡушты. Бынан тыш, Халыҡ фронты сим-карталар һатыуҙы һәм "сим-бокс"тар - шылтыратыу өсөн яйланмалар теркәүҙе тыйыу башланғысын хуплай.
Мутлашыусыларға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн Халыҡ фронты банктар, дәүләт органдары һәм мобиль операторҙар араһында мәғлүмәттәр менән алмашыу системаһын индереүҙе тиҙләтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ граждандарҙы һаҡ булырға һәм шикле шылтыратыуҙар тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә саҡыралар.
Халыҡ фронты һорау алыу ҙа башлап ебәрҙе, унда рәсәйҙәр мутлашыу тәжрибәһе һәм хәүефһеҙлек сараларын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәре менән уртаҡлаша ала.
Фото: "Молодежная газета".