Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
4 Февраль , 17:15

Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларҙан 6 миллион һумдан ашыуға зыян күргән

Уҙған тәүлектә мутлашыусыларҙан республика халҡына 6 миллион һумдан ашыу зыян килгән.

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 20 хәбәр килгән, тип белдерә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бүздәк районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән 65 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, мессенджерҙарҙың береһендә уға энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәренән шылтыратыу килгән. Ялған хеҙмәткәр оҫтаның килеү ваҡытын билдәләү кәрәклеген хәбәр итеп, смартфонға килгән смс-кодты атауын һорай. Ғариза яҙыусы әңгәмәсенең күрһәтмәләренә үтәй, ләкин һуңғараҡ енәйәтселәр уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыуы асыҡлана. Банктан хеҙмәткәре булып шылтыратыусы ҡатынға билдәһеҙ кешеләр кредит алыуға ғариза ебәреүен хәбәр итеп, "ҡаршы" ғариза яҙырға кәңәш бирә. Мутлашыусылар күрһәтмәһе буйынса зыян күреүсе асыҡланмаған иҫәпкә 2,5 миллион һум самаһы аҡса күсергән.

Өфөлә йәшәгән 74 йәшлек ҡатын да мутлашыу осрағы менән осрашҡан. Пенсионер ҡатын әйтеүенсә, уға үҙен электр иҫәпләгестәрен алмаштырыу менән шөғөлләнгән эшсе тип таныштырған билдәһеҙ ир шылтыратҡан. Ул яңы ҡорамал ҡуйҙырам тип уйлап, аферистарға 1,5 миллион һумға яҡын аҡса бирә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: уяу булығыҙ. Һеҙгә ҡарата законһыҙ операция яһау тураһында шикле шылтыратыу булған осраҡта, әңгәмәне өҙөргә кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы бөтөнләй булмаған "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсермәгеҙ, таныш түгел кешеләргә телефон аша шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ СМС-хәбәр менән килгән кодты хәбәр итмәгеҙ.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: