Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
30 Ғинуар 2025, 17:15

Башҡортостан халҡы яңы антирекорд ҡуйҙы

Тәүлек эсендә кешеләр мутлашыусыларҙан 31 миллион һумдан ашыу зыян күргән. 

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 31 хәбәр килгән. 

49 йәшлек эшҡыуар ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән Өфөләге 7-се полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Ханым инвестиция һылтауы менән мутлашыусыларға 13,5 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, уҙған йылдың авгусында ул Интернет селтәрендә акцияға аҡса һалыу юлы менән еңел аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалған. Ҡатын күсемһеҙ милек һатып алыуға аҡса эшләп ҡарарға булған. Уның менән, йәнәһе лә, инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә ингән, улар платформала теркәлергә һәм тәүге түләүҙәрен индерергә ярҙам иткән. Биш ай дауамында ханым ҙур суммалар, шул иҫәптән кредитҡа алынған аҡса индергән һәм көн һайын килемдең икеләтә артыуын күҙәткән. Инвестор үҙенең аҡсаһын һәм килемен сығарырға маташҡас, был уңышһыҙ тамамланған. Ҡатын үҙенең алданыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Инвестиция мутлашыусыларының тағы бер ҡорбаны - Өфөлә йәшәгән 84 йәшлек әбей. Пенсионер Өфөләге 3-сө полиция бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Оло йәштәге ҡатындың әйтеүенсә, уға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килгән. Әңгәмәсе Мәскәү ҡалаһынан эре бизнесмен менән таныштыра һәм аҡса эшләүҙә ярҙамын тәҡдим итә. Шылтыратыусы әбейҙең йыйылған аҡсаһының суммаһын белеп, артабан бөтә банк операцияларын башҡарыу өсөн уны курьерға тапшырырға күндерә. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, пенсионер ҡатын енәйәтсе күрһәтмәһе буйынса 1,5 миллион һум самаһы аҡса әҙерләп, уларҙы билдәһеҙ ҡатынға тапшырған. Әммә бынан һуң «бизнесмен» бәйләнешкә сыҡмаған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, таныш булмаған кешеләрҙең иҫәбенә аҡса ебәрмәҫкә саҡыра, был йышыраҡ күңелһеҙ эҙемтәләргә, атап әйткәндә, ҙур бурыстарға һәм тупланған шәхси аҡсаларҙы юғалтыуға килтерә. Шәхси һәм банк мәғлүмәттәрен сит-яттарға хәбәр итергә, шулай уҡ смс-кодын әйтергә ярамай. Мутлашыусылар шылтыратһа, трубканы һалығыҙ. Шулай эшләп кенә һеҙ үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай алаһығыҙ.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас