Петровское ауылынан 71 йәшлек иргә билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Шылтыратыусы үҙен энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм мәғлүмәттәрҙе автоматик рәүештә тапшырыу өсөн электр иҫәпләгесенә модуль ҡуйырға кәрәклеген хәбәр итә. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин, бының өсөн СМС-тан кодты яҙырға кәрәк, ти ул. Пенсионер мутлашыусыларға ышанып, кодты әйтә. Ләкин һөйләшеү барышында ул шылтыратыусыларҙың береһенең уның мөлкәте тураһында мәғлүмәт алырға тәҡдим итеүен ишетеп ҡала. Был пенсионерҙы һағайта, ул үҙенең мутлашыусы менән һөйләшеүен аңлай.
Шул уҡ кистә уға, йәнәһе лә Дәүләт хеҙмәттәренән, уның аккаунтына яңы ҡоролманан инеү урыны үтәлеүе тураһында хәбәр килә. Хәбәрҙә шулай уҡ ярҙам хеҙмәтенең номеры күрһәтелә, пенсионер уның буйынса шылтырата. Роскомнадзорҙың шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау идаралығының баш белгесе итеп таныштырған ҡыҙ яуап бирә. Аферист ҡыҙ, видеобәйләнеш аша шылтыратырға ҡушып, Дәүләт хеҙмәттәрендә паролде алмаштырырға "ярҙам итә". Һуңғараҡ уға үҙен Росфинмониторинг хеҙмәткәре тип таныштырған әҙәм пенсионер исеменә мутлашыусылар ышаныс ҡағыҙын рәсмиләштереүен хәбәр итә. Шул арҡала енәйәт эше ҡуҙғатылыуын, уға был турала бер кемгә лә һөйләргә ярамауын, тип пенсионерҙы ышандыралар.
Видеобәйләнеш аша үҙен Федераль именлек хеҙмәте тәфтишсеһе тип танытҡан кеше шылтырата. Ул енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хаҡында хәбәр итә һәм бөтә эштәрҙе Рәсәй финанс мониторингы хеҙмәткәре күрһәтмәләре буйынса башҡарырға кәрәклеген иҫкәртә. Тәүҙә мутлашыусылар ирҙе үҙенең аҡсаһын шәхси иҫәбенән "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә күндерә. Операцияларҙың береһен банк туҡтата, ләкин аферистар икенсе "хәүефһеҙ" иҫәп аса. Күсерелгән аҡсалар суммаһы 2 миллион һумдан ашҡас, пенсионер үҙенең һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһын бөтөрә. Ул саҡта мутлашыусылар уға машинаһын һатырға һәм уның аҡсаһын файҙаланырға тәҡдим итә. Аферистар "һаҡсыллыҡ" иҫәбенән аҡса енәйәт эше тамамланғандан һуң кире ҡайтарыла, тип ышандырҙы. Пенсионер енәйәтселәргә ышанып, автомобиль һатыуҙан килгән тағы 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Ул шулай уҡ ҡатынынан аҡса һорап алып, уларҙы мутлашыусыларға ебәргән. Дөйөм алғанда, аферистар Ишембайҙа йәшәүсе оло йәштәге ирҙе 5 миллион һумға тиерлек алдаған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: кем булып үҙҙәрен таныштырыуҙарына ҡарамаҫтан, билдәһеҙ кешеләргә смс кодты әйтмәгеҙ. Мутлашыусылар һеҙҙе, өсөнсө кешеләр һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе урлай, тип ышандыра ала һәм ашығыс рәүештә аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсереүҙе талап итә. Әгәр ҙә улар енәйәт эше асыу менән янаһа, шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Һаҡ булығыҙ, аферистарға аҡсағыҙҙы тартып алырға бирмәгеҙ.
БР Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.