Полицияға бер ир мөрәжәғәт итеп, 800 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалта яҙыуын һөйләй. Асыҡланыуынса, иргә поликлиниканың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, уның флюорография үтеүен һорай. Ир уға ярты йыл самаһы элек тикшерелеүен әйтә. Билдәһеҙ ҡатын уның тикшереү һөҙөмтәләрен тапшырмауын хәбәр итә. Һуңынан "уңайлыҡ өсөн" аферистка электрон медицина картаһын рәсмиләштерергә тәҡдим итә.
Әңгәмәсе менән һөйләшеү өҙөлә һәм яңы шылтыратыу була. Трубкалағы таныш булмаған тауыш мутлашыусыларҙың ғариза биреүсене яңылыштырырға маташыуы һәм хәҙер уны хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре менән тоташтырасағы хаҡында хәбәр итә. Аферист ҡорбанын генераль ышаныс ҡағыҙы юллауҙары менән ҡурҡыта. Уның ярҙамында мутлашыусылар йәнәһе лә уның банк иҫәптәренә эйә була ала. Артабан иһә иргә аҡсаны тиҙерәк алып, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә тәҡдим итәләр.
Өфөлә йәшәгән ир банкка ашығып, аҡсаларҙы ҡулаҡсаға әйләндереүгә ғариза яҙа. Ләкин, хәлде аңлап, ВТБ банкы хеҙмәткәрҙәре Регина Агишева һәм Сусина Нәжипова аҡсаның юҡлығын һәм көтөргә кәрәклеген хәбәр итә. Был ваҡытта улар полицейскийҙарҙы саҡырта. Шул саҡта ир кеше үҙенең саҡ алдана яҙыуын аңлай. Бәхеткә күрә, аҡса тулыһынса һаҡланып ҡала.
Граждандарҙы таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда уяу булырға саҡыра Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте. Мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем итеп таныштыра алыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Нисек кенә ышаныслы итеп һөйләмәһендәр, бер ҡасан да смс-кодын хәбәр итмәгеҙ һәм билдәһеҙ иҫәпкә аҡса күсермәгеҙ. Мутлашыусыларҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы - трубка һалыу йәки бөтөнләй таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәү.