Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
15 Ноябрь 2024, 17:25

Республикала йәшәүселәр мутлашыусылар арҡаһында 13 млн һумдан ашыу аҡса юғалтҡан

Эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 27 хәбәр килгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә урында йәшәгән 67 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Пенсионерға үҙе элек эшләгән компанияның "элекке етәксеһе"нән шылтыратыу булған. "Директор" шәхси мәғлүмәттәрҙең ситкә китеүе, яҡын арала хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уның менән бәйләнешкә инәсәге хаҡында хәбәр итә. Артабан Федераль именлек хеҙмәте һәм банктың ялған хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар була, улар кәрәкмәгән операцияны бөтөрөү тәҡдиме менән ғариза биреүсене булған аҡсаларын "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсерергә күндерә. Белгестәргә ышанып, граждан мутлашыусыларға 2 миллион һум самаһы аҡса биргән. Аҡса аферистар иҫәбенә күскәс кенә, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт иткән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән ҡала предприятиеларының береһендә эшләгән 51 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ханымға үҙен "Билайн" кәрәҙле компанияһы хеҙмәткәре тип танытҡан билдәһеҙ ирҙән шылтыратыу килә. Билдәһеҙ кеше ғариза биреүсегә кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре килешеүен оҙайтыу кәрәклеге хаҡында аңлата һәм паспорт мәғлүмәттәрен һорай, ҡатын уның ҡушҡанын эшләй. Шунан һуң ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, өсөнсө кешеләрҙең ҡалала йәшәүсе ҡатын исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә. Аҡсаларҙы "хәүефһеҙ иҫәп"кә" күсереү үҙ аҡсаңды хәүефһеҙ итеү өсөн шарт була. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәп, ҡатын яҡынса 1,5 миллион һумлыҡ кредит юллап, аҡсаһын аферистарға ебәргән.

62 йәшлек пенсионер ҡатын Туймазы районы полицияһына мөрәжәғәт итеп, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе хаҡында һөйләй. Ғариза яҙыусыға үҙен брокер компанияһы хеҙмәткәре тип танытҡан билдәһеҙ ир шылтыратҡан. Әңгәмәсе яҡшы эш хаҡы вәғәҙәләп, акциялар һатып алыу һәм һатыу юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим иткән. "Остаз" тағы ла ҙур табыш алыу өсөн күберәк аҡса һалырға дәртләндергән. Аферисҡа ышанып, ҡатын 1 миллион һумдан ашыу аҡса инвестициялаған, ләкин дивидендтар ала алмаған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: уяу булығыҙ. Һеҙгә ҡарата законһыҙ операция башҡарыу тураһында шикле шылтыратыу булған осраҡта, әңгәмәне өҙөргә кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсергәндә уяу булығыҙ, тикшерелгән сайттарҙы ғына файҙаланығыҙ.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: