Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
31 Октябрь 2024, 17:20

"Башэлектросбыт" телефон аша мутлашыуҙың яңы осраҡтарын теркәне

Республика халҡы тағы ла «Башэлектросбыт»ҡа телефондан мутлашыусыларҙың эшмәкәрлегенә ялыу менән мөрәжәғәт итте.

Енәйәтселәр энергия һатыу компанияһы исеменән шылтырата һәм электр энергияһын иҫәпләү приборын тикшерергә йәки алмаштырырға тәҡдим итә. Артабан улар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инә һәм, "паролде онотҡан" функцияһын һайлап, ҡорбанының телефон номерын индерә. Әгәр ҡорбан әҙер булһа, "тоташыу мөмкинлеген тергеҙеү" төймәһенә баҫалар һәм гражданға телефонға "Иҫәп яҙмаһын тергеҙеү коды. Бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ" тигән хәбәр килә. Бер нимәнән дә шикләнмәгән кеше һандарҙы ҡысҡырып әйтә, һәм мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә һәм шәхси мәғлүмәттәрҙә уның профиленә инеү мөмкинлегенә эйә була. Артабан кредит юллайҙар, банк карталарын файҙаланалар һәм аҡса сығаралар.

Ошондай осраҡтар бөтә республикала теркәлгән. Мәҫәлән, Сибайҙан оло йәштәге кеше саҡ мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгән. Уға тикшереү интервалының уҙыуына бәйле электр энергияһын иҫәпләү приборын алмаштырыу тәҡдиме менән телефон аша шылтыратыу булған. Уға шунда уҡ алмаштырырға ғариза тултырырға тәҡдим иткәндәр һәм иҫәпләгесте алмаштырыуға яҙмаһын раҫлау өсөн смс-хәбәрҙең кодын атауҙарын һорағандар. Ир, шикле булыуын һиҙеп, трубканы һалып ҡуя, сөнки яңыраҡ ҡына иҫәпләгесен алмаштырған булған.

Һуңғы ваҡытта мутлашыуҙың тағы бер ысулы әүҙемләшә. Енәйәтселәр шылтырата, энергия һатыу хеҙмәткәре итеп танытып, мобиль телефонға ҡушымта ҡуйырға тәҡдим итә. Уны ҡуйғандан һуң улар телефон экранынан алыҫтан тороп инә ала, был иһә онлайн-банктарҙың шәхси кабинеттарына инеп, аҡсаны урларға мөмкинлек бирә.

Ғәҙәттә, бындай мутлыҡ схемалары шәхси һаҡлыҡҡа аҡса йыйған оло йәштәге граждандарға иҫәпләнгән. Мәҫәлән, быйыл сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына пенсионер мөрәжәғәт итә. Уға энергия һатыу хеҙмәткәренән мобиль ҡушымта ҡуйыу тәҡдиме менән мессенджер аша шылтыратыу килә. Күрһәтмәләргә ярашлы, ир ҡушымта ҡуйғандан һуң, енәйәтселәр 900 мең һумдан ашыу аҡса урлаған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы айҙа ғына граждандарҙың 290 миллион һумдан ашыу суммаға аҡса урлауҙары тураһында 493 мөрәжәғәте теркәлгән.

"Башэлектросбыт" үҙ ҡулланыусыларын уяу булырға саҡыра һәм энергия һатыу хеҙмәткәрҙәре иҫәпләү приборҙары, электр иҫәпләгесен алмаштырыу күрһәткестәрен йыйыу маҡсатында ҡулланыусыларға шылтыратмай, смс-хәбәрҙәрҙең кодтарын әйтеүҙе һорамай, электр менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар бирмәй тип хәтергә төшөрә.

Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе йәки смс-хәбәрҙең кодын хәбәр итеү кәрәклеген белергә маташҡанда теләһе ҡайһы телефон һөйләшеүҙәре сымдың икенсе осонда енәйәтсе булыуы хаҡында сигнал булырға тейеш. Был осраҡта һөйләшеүҙе кисектермәҫтән өҙөргә кәрәк.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: