Өфөләге 3-сө полиция бүлегенә 41 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ғариза яҙыусы өҫтәмә аҡса эшләү сәбәбе менән мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе хаҡында һөйләй. Өфөлә йәшәгән ҡатын Интернет селтәре киңлектәрендә иғланға юлыға һәм ғариза ҡалдыра. Уның менән бәйләнешкә ялған трейдерҙар сығып, «инвестиция иҫәбе»н асырға ярҙам итәләр һәм кредит алырға күндерәләр. Мутлашыусыларға ышанып, ҡатын 3 миллион һумдан ашыу кредит ала һәм ике ай дауамында уларҙы мутлашыусылар иҫәбенә күсерә.
Туймазы районы полицияһына мутлашыу тураһында ғариза менән 25 йәшлек егет мөрәжәғәт иткән. Ир кешегә, йәнәһе лә, кәрәҙле компания хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу булған. Шылтыратыусылар кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре менән килешеүҙе оҙайтыу кәрәклеге, сөнки бынан алдағыһының ваҡыты «үтеп килеүе» хаҡында хәбәр итә. Ир кеше ышанып, аферистарға смс-кодын яҙған, уның ярҙамында улар зыян күреүсенең шәхси мәғлүмәттәрен үҙләштергән. Күпмелер ваҡыттан һуң банк хеҙмәткәренән шылтыратыу булған һәм ғаризаларҙы ғәмәлдән сығарыу өсөн «ҡаршы кредит» алыуҙы һорағандар. Күрһәтмәләргә ярашлы, Туймазы кешеһе 2 миллион һумдан ашыу суммаға кредит юллаған һәм уларҙы енәйәтселәргә ебәргән.
Шул уҡ полиция бүлегенә Ҡандра ауылынан 52 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға үҙҙәрен кәрәҙле компания хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан билдәһеҙ кешеләр шылтыратыуы тураһында әйткән. Әңгәмәсе хеҙмәттәр килешеүенең ваҡыты тамамланыуы хаҡында хәбәр иткән һәм уны оҙайтырға тәҡдим иткән. Аферист ҡатынға, килешеүҙе рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү өсөн, мобиль ҡоролманың экранын күрһәтеү функцияһын ҡуйырға ҡуша. Ләкин, телефонға инеү мөмкинлеге биргәндә, ҡатын ялған хеҙмәткәрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуын күреп ҡала. Уяу ҡатын мутлашыусылар менән аралашҡанын аңлап, улар менән һөйләшеүҙе өҙә. Шул рәүешле 990 мең һум күләмендәге аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция, банк йәки кәрәҙле компания хеҙмәткәре тип шылтыратҡан осраҡта, трубканы һалығыҙ. Мутлашыусыларҙың ялған номерҙар менән ҡуллана алыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттар буйынса күсмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләкмәгеҙ!