Йыш ҡына мутлашыусыларҙың ҡорбаны - 30 йәштән өлкән граждандар, әммә был юлы енәйәтселәр 23 йәшлек ҡыҙҙың ҙур суммала аҡсаһын урлаған.
3-сө полиция бүлегенә Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙан мутлашыу тураһында ғариза килә. Ул 14 сентябрҙә үҙен мобиль оператор хеҙмәткәре итеп таныштырған билдәһеҙ кешенең шылтыратыуы хаҡында һөйләй. Енәйәтсе уға сим-картаһының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм ҡыҙға СМС кодын әйтергә ҡуша.
Аферисҡа ышанып, ул кодты һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталына инә торған ике паролде әйтә. Шул уҡ кистә ҡыҙ Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтына рөхсәтһеҙ инеүҙәре тураһында хәбәр ала. Ул, үҙ ҡулайламаһынан эшләнмәгәнен күрһәтеп, хәбәргә яуап бирә. Һуңынан уға билдәһеҙ номер шылтырата. Ярҙам хеҙмәте тигән булып, мутлашыусылар ҡыҙға Үҙәк банк хеҙмәткәре менән бәйләнешкә инергә тәҡдим итә. Уға йәнәһе лә банк күсереүҙәре буйынса белгес шылтырата.
Аферист ҡыҙҙы кредит алырға һәм аҡсаны мутлашыусылар файҙалана алмаһын өсөн махсус иҫәпкә күсерергә күндерә. Ул барыһын да инструкцияларға ярашлы эшләп, банкка бара. Банк хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡыҙының шикле эштәренә иғтибар итә һәм уның менән мутлашыу тураһында әңгәмәләшә. Иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, ул, үҙаллы эшләнем тип раҫлай, хатта махсус бланкты тултыра. Миллион ярым һумдан ашыу аҡсаны алып, төрлө иҫәптәргә күсерә.
Бер нисә көндән һуң мутлашыусылар ҡабаттан уға бәйләнешкә сығып, кредит потенциалын кәметеү өсөн аҡса күсереү кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. Ҡыҙ ҡабат банкка юллана һәм займ алып, аҡсаһын күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Ул банк күсереүҙәрҙе туҡтата башлағансы был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Шунан һуң ҡыҙ дуҫтарынан үтескә ҙур суммала аҡса һорай. Дуҫтары, үҙ сиратында, ҡыҙҙың ата-әсәһенә әйтеп, уның мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлата.
Дөйөм алғанда Өфө ҡыҙы енәйәтселәргә 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән, тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә бер ҡасан да СМС-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ. Мутлашыусылар, уйлап сығарылған һылтау менән, төрлө ойошмалар, шул иҫәптән Дәүләт хеҙмәттәре, Үҙәк банк, Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр булып үҙҙәрен танытып, мәғлүмәт һорай ала. Бер учреждение ла таныш булмаған иҫәпкә аҡса күсереүҙе талап итмәйәсәк.