Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
11 Июль , 17:55

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәүлек эсендә алты миллион һумға алдағандар

Аферистар үҙҙәрен банк һәм брокер компаниялары хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырған.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәүлек эсендә алты миллион һумға алдағандар
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәүлек эсендә алты миллион һумға алдағандар

Мутлашыусылар тоҙағына эләккән кешеләрҙең береһе - Өфөлә йәшәгән 23 йәшлек ир. Егеткә билдәһеҙ кеше шылтыратып, уның исеменә "кредит алырға маташыуҙары" хаҡында иҫкәрткән. Аҡсаларын һаҡлап ҡалыр өсөн, уға уларҙы "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәк, тигәндәр. Егет инструкцияны үтәгән һәм һөҙөмтәлә 1 миллион 320 мең һумын юғалтҡан.

Икенсе осраҡ Стәрлетамаҡта йәшәгән 65 йәшлек пенсионер ҡатын менән булған. Башта ҡатынды инвестицияларға һалырға күндергәндәр, ләкин һуңынан уға компания банкротланған тип хәбәр итәләр. Мутлашыусы зыянды бүләк акциялары менән ҡапларға тәҡдим иткән, ә уларҙы бөтөрөү өсөн "инвестиция янсығын бүләккә тиң суммаға тулыландырырға" кәрәк булған. Пенсионер йәнә аферистарға аҡса күсерә. Дөйөм алғанда, ҡатын енәйәтселәргә миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән.

Әлеге факттар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип, БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: Евгений Соколов, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: