Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
9 Июль , 17:48

Башҡортостанда илдән ҡасырға йыйынған мутлашыусыларҙың курьеры ҡулға алынды

Яҡын сит илдәрҙең береһендә йәшәгән ҡатынды Өфө аэропортында полиция хеҙмәткәрҙәре тотто.

Башҡортостанда илдән ҡасырға йыйынған мутлашыусыларҙың курьеры ҡулға алынды
Башҡортостанда илдән ҡасырға йыйынған мутлашыусыларҙың курьеры ҡулға алынды

Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сит илдән килгән 24 йәшлек ҡыҙҙың Октябрьский пенсионерын алдауға ҡатнашы бар.

Өлкән йәштәге ҡатынды "туғанығыҙ юл фажиғәһенә осраған" схемаһы буйынса алдайҙар. Ханым ҡыҙын язанан ҡотҡарыу өсөн 100 мең һум аҡса йыйып, уны курьер ҡыҙға тапшыра.

Икенсе көндө үк курьер сит илгә ҡасырға маташҡан. Полицейскийҙар Өфө аэропортында енәйәтсене тотҡан, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: видеояҙманың скриншоты.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: