Нефтекамала йәшәгән 85 йәшлек ҡатынды мутлашыусылар "туғанығыҙ юл фажиғәһенә осраған" схемаһы буйынса алдайҙар. Хафаға ҡалған пенсионер ҡатын ҡыҙын бәләнән ҡотҡарыу өсөн 110 мең һум аҡса йыя.
Интернет аша шикле өҫтәмә эш тапҡан 20 йәшлек студент ҡыҙ оло йәштәге ҡатындан аҡсаны ала. Өләсәйҙең борсолоуын күреп, курьер хәүефле эш тип уйлай һәм "эш биреүселәргә" аҡсаны күсереп тормай. Ҡыҙ полицияға юллана һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларға барыһын да һөйләп бирә. Аҡсаны кире ҡайтарыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн йәш ҡатынға Рәхмәт хаты тапшырылды, тип хәбәр итә, БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә таянып, "Республика Башкортостан" гәзите.