Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
5 Июль , 12:45

Өфөлә бер ҡатын кредитҡа миллион һум алған, ләкин мутлашыусыларға ебәрмәгән

Ул үҙенең алдана яҙыуын ваҡытында һиҙеп ҡалған

Өфөлә бер ҡатын кредитҡа миллион һум алған, ләкин мутлашыусыларға ебәрмәгән
Өфөлә бер ҡатын кредитҡа миллион һум алған, ләкин мутлашыусыларға ебәрмәгән

Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек ҡатын мутлашыусыларға миллион һум күсерә яҙған. Уны телефон аша шылтыратҡан билдәһеҙ ир алдап маташа. Енәйәтсе үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра һәм ҡатындың исеменә кредит алырға теләүҙәрен хәбәр итеп, уны хафаға һала.

Ҡатынға алдан өлгөрөп ҡалырға - кредит алырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә тәҡдим итәләр. Банктан аҡса алғанда ул төрлө мутлыҡ схемалары хаҡында һөйләгән социаль рекламаға иғтибар итә. Шунан һуң ҡатын үҙенең аферистар ҡорбаны булғанын аңлап ҡала. Шылтыратыуҙарға ул бүтән яуап бирмәй һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Мутлыҡ ҡылыу осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәт эше ҡуҙғатҡан, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите БР Эске эштәр министрылығы матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Фото: Артур Смолов, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: