Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
3 Июль , 17:10

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

Граждандарҙы алдау өсөн аферистар төрлө схемалар ҡуллана, тип хәбәр итә республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса биргән
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

Уҙған тәүлектә эске эштәр органдары системаһында 40-тан ашыу мутлашыу осрағы теркәлгән. Ышаныслы граждандар 18 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 88 йәшлек ҡатынға аферистар шылтыратып, ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһына осрауы хаҡында хәбәр иткәндән һуң, ул курьерға 400 мең һум тапшыра. Өлкән йәштәге ҡатындан авария осрағын хәл итеүҙе һорағандар. Шундай уҡ схема буйынса 79 йәшлек пенсионер ҡатын да ҡыҙына ярҙам итеү өмөтө менән 100 мең һум аҡсаһын юғалтҡан.

Йәрмәкәй районында 39 йәшлек ҡатын да мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Уға банк хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, енәйәтселәрҙең кредит алырға теләүе хаҡында хәбәр иткәндәр. Ханымға енәйәтселәрҙән алдараҡ эш итергә - кредит алырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә тәҡдим иткәндәр. Ҡатын, аферистар инструкцияһы буйынса барыһын да эшләп, дүрт миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Шулай уҡ Дүртөйлө районынан бер ҡатын 640 мең һум күсергән, уларҙың тик 25 меңе генә заемға алынмаған булған. Кредитты рәсмиләштереүҙе туҡтатыуҙы ялған банкирҙар түгел, ә "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" һораған.

Фото: Альберт Заһиров, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: