Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
3 Июль , 16:55

Күмертауҙа банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерға мутлашыусыларға аҡса күсерергә мөмкинлек бирмәгән

Финанс ойошмаһының битараф булмаған хеҙмәткәрҙәре оло йәштәге ирҙең миллион һум аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған.

Күмертауҙа банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерға мутлашыусыларға аҡса күсерергә мөмкинлек бирмәгән
Күмертауҙа банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерға мутлашыусыларға аҡса күсерергә мөмкинлек бирмәгән

Күмертауҙа йәшәгән 65 йәшлек ир кәрәҙле элемтә операторҙары сифатында шылтыратҡан мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән. Ирҙе номерҙы блокировкалауҙары менән ҡурҡыталар, һуңынан смс-хәбәрҙән кодты һорап алалар.

Һуңынан пенсионерға "Дәүләт хеҙмәттәре" хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, уға билдәһеҙ кешеләрҙең уның аккаунтына инеп, кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр. Быға юл ҡуймау өсөн шылтыратыусылар ирҙе үҙенә кредит алырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә.

Бер миллион һумлыҡ кредитты ала ир кеше. Әммә банк хеҙмәткәрҙәре, уның сәйер ҡылығын күреп, уға ҡулаҡса бирмәй. Күмертау кешеһенең иҫәбе ябыла, офисҡа хоҡуҡ һаҡлаусылар саҡырыла, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыу осрағы буйынса полиция енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Фото: Артур Смолов, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: