-5 °С
Болотло
Мәҫәлән, Өфөнән 21 йәшлек ҡыҙ кредитҡа 508 мең һум аҡса алған һәм шәхси һаҡлығынан тағы 820 мең һумды өҫтәп криптовалютаға һалған. Уға телефон аша шылтыратып, билдәһеҙ кешеләр инвестиция һалырға тәҡдим иткән.
Баш ҡалала йәшәүсе оло йәштәге ҡатынды ла шулай алдағандар. Ул бер ай буйына "инвестициялар буйынса белгестәр" менән телефондан һөйләшкән, төрлө иҫәпкә аҡса күсергән. Пенсионер 1,8 миллион һумын юғалтҡан, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите БР Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Фото: Евгений СОКОЛОВ, "РБ".