Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
17 Июнь , 20:20

Фатир урынына - ҙур бурыс!

Мутлашыусылар Благовар районынан бер ирҙең 6 000 000 һум самаһы аҡсаһын урлап 15 000 проценттан ашыуыраҡ килем тәҡдим иткән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 7-се полиция бүлегенә Благовар районынан 27 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙәрҙә тиҙ эш хаҡын рекламалағандарын күргән. Граждан был тәҡдимде ҡабул итергә булған, унан һуң мутлашыусылар-инвесторҙар ирҙе йылына 6 000 000 һумдан 1 000 000 000 һум самаһы эшләйәсәгенә ышандырған.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаны ул шәхсән үҙе тапшырған. Ир мутлашыусы-инвестор менән осрашыу тураһында һөйләшеп килешкән. Осрашыу граждандың шәхси автомобилендә булған. Мутлашыусы ҡулаҡса менән алып, һуңынан билдәһеҙ йүнәлештә юғалған. Граждандың инвестиция иҫәбе барлыҡҡа килә, унда уның аҡсаһы күренә. Табыш артҡандан-арта бара, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң уның килем алыу мөмкинлеге сикләнә, ул ярҙам сервисына яҙа, унда уға бер нисек тә ярҙам итмәйҙәр. Үҙенең брокерына яҙырға теләгәс, уныһы бәйләнешкә сыҡмаған. Шунан һуң ир полицияға мөрәжәғәт иткән.

Ирҙең аҡсаһы хуплау тапҡан ипотеканан булған. Һөҙөмтәлә күсемһеҙ милек һатып алыу урынына ул ҙур бурыслы һәм яңы торлаҡһыҙ ҡалған. Әлеге ваҡытта мутлашыу осрағы буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә, шәхсән үҙегеҙгә йәки телефон аша булһа ла, паспорт, банк һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ. Был бик йыш насар эҙемтәләргә килтерә.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: