"Республика Башкортостан" гәзите БР Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән хәбәр итеүенсә, мессенджерҙағы билдәһеҙ абонент ҡатынды ҙур инвестиция компанияһы вәкиле тип ышандырған. Йәнәһе лә уға инвестицияларҙан юғары табыш гарантиялай. Ышанған ҡатын мутлашыусыларға «билдәләнмәгән банк иҫәптәренә» мобиль ҡушымта аша 4 миллион һумдан ашыу аҡса күсеререп өлгөргән.
Аксенов ауылынан 45 йәшлек ҡатын да Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә ошондай ғариза яҙған. Шул уҡ хәл: онлайн-мессенджерҙа билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу, «инвестиция компанияһы белгестәренән» мауыҡтырғыс перспективалар. Һөҙөмтәлә 1 миллион һумдан ашыу аҡса мобиль банк аша ҡайтарылмай торған иҫәпкә киткән. Ике мутлыҡ факты буйынса ла хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡабат иҫкәртә: банк иҫәбе менән бәйле мәғлүмәттәрҙе менән таныш булмаған кешеләргә тапшырмағыҙ. Бер ҡасан да банк хеҙмәткәрҙәре телефон йә мессенджерҙарҙа кредиттар менән бәйле операциялар үткәрмәйәсәк! Хатта мутлашыу схемаһының асыҡтан-асыҡ абсурдлығы һәм бер ҡатлы булыуы ла яҡындарығыҙҙың уға ышанмауын, аферистар тоҙағына бирешмәүен гарантияламай!
Фото: Дмитрий ВОЛКОВ, "РБ".