Бөтә яңылыҡтар
Уяу булығыҙ!
1 Май , 21:15

Өфө табибы мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Енәйәтселәр 10 көнгә яҡын табиптың етәкселеге исеменән уның башын бутаған, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Өфө табибы мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Өфө табибы мутлашыусыларға 11 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Аферистар Өфө дауаханаһының баш табибы урынбаҫарының социаль селтәрҙәге аккаунтын емереп кереп, уның исеменән табиптың банк хеҙмәткәре шылтыратыуына яуап биреүен һорап яҙған. Шунан һуң уға билдәһеҙ кеше шылтыратҡан, дөрөҫлөк өсөн машинаһының маркаһын һәм номерын хәбәр иткән. Был мәғлүмәттәрҙе аферистар емерелгән аккаунттан белгән. Табипта уның тураһында барыһы ла белә, тигән тойғо уянған, ул, банк хеҙмәткәрҙәре менән аралашам тип, мутлашыусыларға ышана.

Ун көн буйына ир енәйәтселәр уға биргән күрһәтмәләрҙе үтәгән: ул аферистар тәьҫире аҫтында эш итеүенә шикләнгән банк хеҙмәткәрҙәрен алдаған, төрлө ҡушымталарҙы күсереп алған, таныштарынан бурысҡа аҡса алған, ә алынған аҡсаларҙы билдәһеҙ иҫәпкә ебәргән. Енәйәтселәр ҡорбандан йәмғеһе 11 миллион һумдан ашыу аҡса сығарған: 6 миллионы - шәхси һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар, кредитҡа алынған 3 миллион һумдан ашыуы, шулай уҡ дуҫтарынан бурысҡа алған 2,5 миллион һум. Мутлашыусылар, ҡорбанының кеҫәһен таҙартып, эфирҙан юғала. Шунан һуң ғына ир кеше, ысынында нимә булғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре республикала йәшәүселәргә мутлашыусыларҙың һәр кеше исеменән яҙып, төрлө сығанаҡтарҙан кеше тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булыуын иҫкә төшөрә. Интернетта йә телефон аша аралашҡанда уяу булырға кәрәк. Ә бөтә финанс ҡарарҙарҙы тик үҙ аллы ҡабул итергә, ләкин билдәһеҙ кешеләр күрһәтмәһе буйынса түгел.

Фото: 02.мвд.рф сайтынан.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: